+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2020, 23:25

Мөрәжәғәтнамә буйынса эш башланды

Владимир Путиндың быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тарихи һәм революцион тип атарға ла өлгөрҙөләр. Төбәктәрҙә уның буйынса эш башланды ла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был саранан дәртләнеп ҡайтып, иртәгәһенә үк республика етәкселеге һәм муниципалитеттар башлыҡтары өсөн видеоконференция форматында ҙур кәңәшмә үткәрҙе.
– Социаль блоктан тыш, сәйәси яғы ла булды, ул илдең ижтимағи-сәйәси үҫешенә, Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә арналды. Ике һүҙ менән билдәләгәндә, быны милли элитаны формалаштырыу тип әйтергә була. Уларҙың барыһы ла беҙҙең ил һәм уның халҡы мәнфәғәтендә эшләнә, – тине Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәтнамә бар яҡлап та тикшерелде. Беҙҙең төбәк өсөн мөһим урындарына айырым баҫым яһалды.
– Президент Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса ҡарарҙар сығыу менән, уның нигеҙендә беҙҙең төбәккә бәйле тейешле документтар әҙерләргә кәрәк. Мин был эштәрҙе етәкселектең тәү сиратта социаль блогына ҡушам. Икенсенән, хәҙер был нормаларҙың барыһын да, айырыуса Мөрәжәғәтнамәнең социаль яғын Башҡортостан халҡына еткерергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: