Был хаҡта төбәктең аграр ведомствоһы белдергән. Финанс ярҙам ипподромдарҙа тоҡомло аттарҙы һынау, бүләк аттарын алыу һәм ҡымыҙ етештереү өсөн күрһәтелгән. Аттарҙы үрсетеү менән яңы шөғөлләнә башлағандар “Агростартап” йәки “Яңы эш башлаусы фермер” грант программаларынан файҙалана ала.