-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 20:00

"Минең эшҡыуарлыҡ " үҙәктәре асыласаҡ

2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында ла "Минең эшҡыуарлыҡ" бизнесҡа ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова ошо хаҡта хәбәр итте.

"Былтыр Өфөлә – ике, Нефтекамала бер үҙәк асылды. 2024 йылда һәр төбәктә ошондай үҙәктәр асыу планлаштырылған. Әле мобиль офистар райондарға сыға, бөгөнгә 52 мунципалитет консультация менән тәьмин ителгән", – тине ведомство етәксеһе.
Әйткәндәй, былтыр 38 районда бизнес-шериф вазифаһы барлыҡҡа килгән, 29-ында был бурыс бүтәндәргә йөкмәтелгән.
Римма Бойцова шулай уҡ "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыуға 896 миллион һум аҡса йүнәлтелеүен билдәләне. "Дөйөм алғанда, эшҡыуарлыҡҡа 2019 йылда 1,2 миллиард һум аҡса бүленде", – тине ул.
Был аҡса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар булдырыу, яңы тармаҡтар үҫешенә, төбәк предприятиеларына яңы сауҙа урындарына, шул иҫәптән сит ил баҙарҙарына сығыуға, льготалы финанслауға бүленгән.
#нацпроекты
Читайте нас: