-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:40

Пенсиялар артасаҡ

Өс йыл эсендә Рәсәйҙә пенсияның уртаса күләме былтырғы менән сағыштырғанда 18,26 процентҡа артып, 18 мең 290 һумға етәсәк. Был хаҡта “Российская газета”ға биргән интервьюһында Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов белдерҙе.

“Күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, 2019-2022 йылдарҙа пенсиялар 2,5; 3; 2; 1,3 процентҡа артасаҡ. Әгәр инфляция түбән булһа, үҫеш тағы ла юғарыраҡ буласаҡ”, - тине етәксе. Быйыл ғинуарҙа пенсияның 6,6 процентҡа индексацияланыуын да иҫкә төшөрҙө Антон Дроздов.
80 йәшкә еткән ололарҙың пенсияһы автоматик рәүештә арттырыла, уның артыу күләме 5686 һум тәшкил итте. Ғинуарҙағы индексациянан һуң илдә пенсияның уртаса күләме - 16,4 мең һум.
”Демография” милли проектына ярашлы, өлкән быуын граждандарының тормошон сифатлыраҡ итеү бурысы ҡуйылды. Пенсияларҙы һиҙелерлек арттырыу тап ошо мәсьәләне хәл итеүҙә этәргес ярҙам буласаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: