+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 19:55

Шыршылар ҡайҙа тапшырылған?

Быйыл Өфө халҡына байрамдан һуң шыршыны эшкәртеүгә тапшырырға тәҡдим ителгәйне. Был акция нисек үтте?

Шулай итеп, 11, 12, 18, 19 ғинуарҙа баш ҡаланың 26 стационар майҙансығына барлығы өс мең самаһы шыршы тапшырылған.
Экологик сараға ярашлы һәр майҙансыҡта күңел асыу программалары ойошторолдо. Шыршыларын тәүгеләрҙән булып килтергән кешеләр ойоштороусыларҙан татлы бүләктәр алды.
Иң әүҙемдәр баш ҡаланың Ленин һәм Дим районынан булып сыҡты, улар бөтәһе бергә бер мең самаһы ағас тапшырған. Бынан тыш, Дим районында шыршы йыйыу маҡсатында күсеп йөрөй торған “Шыршымобиль” ойошторолған.
Йыйып алынған ағасты эшкәртеү өсөн “Горзеленхоз” предприятиеһына һәм “Кроношпан” заводына ебәргәндәр. Унда уларҙы ваҡлағандар һәм таптарға әйләндергәндәр.
Акцияның төп маҡсаты ҡала халҡының иғтибарын сүп-сарҙы айырып йыйыуға йүнәлтеү һәм байрам шыршыларын икенсел сеймал итеп ҡулланыу ине.
“Экология” өҫтөнлөклө милли проектының йүнәлештәре күп. Уларҙың береһе - “Урмандарҙы һаҡлау”. Әлеге акция ла ошо проектҡа ярашлы тормошҡа ашырылды.
#нацпроекты
Читайте нас: