+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:10

Ултырыш үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу транспортын үҫтереү буйынса ултырыш уҙғарҙы.

Төбәк етәксеһе Мөрәжәғәнамәһендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йылға флотын үҫтереү, уның иҡтисадта һәм социаль өлкәлә урынын нығытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡайны. Унан алда Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары - дингеҙ, йылға флоты етәксеһе Юрий Цветковтың осрашыуы мәлендә ошо хаҡта һүҙ булды.
"Беренсе тапҡырҙан уҡ хәлде төҙәтеп булмауы аңлашыла. Йылғасыларҙы 20 йыл дауамында "юҡҡа сығарҙыҡ", һәм бер йылда һыу транспортын аяҡҡа баҫтырыу мөмкин түгел. Әммә был тармаҡты үҫтереүҙә ҙур ҡеүәт тоябыҙ", - тине Радий Хәбиров. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, республика ҡарамағында төрлө төрҙәге 37 судно бар. Ташылған йөктөң йыллыҡ күләме бер миллион тоннаһы самаһы тәшкил итә, был - төбәктәге йөк әйләнешенең 15 проценты. Пассажирҙарҙың төп өлөшө паром менән файҙаланған, былтыр улар 467 мең булған.
Һыу транспортын үҫтереп, мөһим мәсьәләрҙе хәл итеү бурысы тора. Беренсенән, Ағиҙел, Өфө йылғаларының барлығы 500 километр оҙонлоғондағы һыу үҙәнен таҙартыу. Былтыр "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы Илеш элеваторын яңыртыу маҡсатында, "Камводпуть" райондың Груздевка ауылынан алып Татарстандың Әзекүл ауылына тиклемге 23 километрлыҡ үҙәнде таҙартҡан. Быйыл да ошо эште дауам итеү планлаштырыла. Икенсенән, йылға транспорты паркын яңыртыу. Был бурысты Өфө суднолар ремонтлау һәм эшләү заводы атҡара ала.
"Был эштәрҙе комплекслы үтәү мөһим. Ике аҙнала Өфө йылға транспорты үҫеше программаһын әҙерләгеҙ", - тип күрһәтмә бирҙе төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә төбәктең ҙур предприятиелары етәкселәре менән осрашып, һыу транспортын файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләһе буйынса эшлекле осрашыуҙар уҙғарырға, Башҡортостан йылға пароходлығы санацияһы сараларын әҙерләргә ҡушты. Алда әйтелгәнсә, республикала йылға флотын тергеҙеү "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын бойомға ашырыуға ла йоғонто яһаясаҡ, сөнки тауыр ташыу күпкә еңеләйәсәк.
#нацпроекты
Читайте нас: