Медицина кадрҙары һаны 353 кешегә артҡан. Республика етәксеһе был һанды 2020 йылда 500-гә арттырыу бурысын ҡуйҙы. ”Быйыл тармаҡҡа 2300 табип һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә аласаҡбыҙ”, - тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, алдағы йылдарҙа табиптар өсөн конкуренция етди буласаҡ. Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған бюджет урындарының 70-75 процентын маҡсатлы итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәҡдимде тормошҡа ашырмайынса тороп, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү еңелләшмәйәсәк. Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына белгестәрҙе йәлеп итеү һәм уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре менән шәхсән шөғөлләнергә ҡушты. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, юғары квалификациялы белгестәр менән тармаҡты тулыландырыу - көн ҡаҙағында торған етди бурыстарҙың береһе.