+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 10:55

Эшлекле осрашыу үтте

Былтыр Башҡортостанда 133 мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре ойошторолдо.

Белеүебеҙсә, “Үҫеш нөктәһе” – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы уҡыусылар өсөн булдырылған һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге үҙәктәр. Кисә республикала ике төбәктең – Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең – Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының эшлекле осрашыуы үтте.
Күршеләребеҙ ҙә тиҙҙән үҙ биләмәһендә “Үҫеш нөктәһе” масштаблы проектын тормошҡа ашырасаҡ. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Жанна Миникиееваның белдереүенсә, 2020 йылда Ырымбур өлкәһе “Үҫеш нөктәһе” проектына ҡушыла. Ә был эшлекле осрашыу күршеләребеҙҙең республикала бындай үҙәктәрҙең нисек барлыҡҡа килеүе, эшләп китеүе һәм башҡалар хаҡында белеүе өсөн кәрәк. Ырымбурҙарҙың ошондай уй-теләге булғас, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ҙур ризалыҡ менән ошондай үҙәктәрҙең эше менән таныштырырға булған. Ошо уҡ маҡсатта ике төбәктең дә ведомство ағзалары Федоровка, Стәрлебаш һәм Ергән ауылдарындағы үҙәктәрҙе барып ҡараған. Уларҙа ҡунаҡтар балалар менән аралашҡан, төрлө ҡоролмаларҙы ҡараған, үҙәктәрҙең уҡытыусылары менән дөйөм мәсьәләләр буйынса һөйләшкән.
“Был өс үҙәктә эшләүселәрҙең барыһын да бер маҡсат – мәктәптә үк балаларға өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү теләге – берләштерә”, – тип белдергән Жанна Миникеева.
#нацпроекты
Читайте нас: