-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 20:40

Хәүефле ҡалдыҡтарҙы берҙәм федераль оператор эшкәртәсәк

“Экология” милли проектына ярашлы I һәм II класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы берҙәм федераль оператор эшкәртәсәк.

“РосРАО” дәүләт унитар предприятиеһы лампа, аккумулятор, термометр һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡеүәтле ете комплексты йәлеп итер тип күҙаллана. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ил халҡы йылына ғына бер миллиардҡа яҡын батарейка менән файҙалана. Ташланған батарейкалар кеше сәләмәтлеге һәм тирә-яҡ мөхит өсөн терегөмөш, цинк, магний, никель, кадмий кеүек хәүефле матдәләр бүлеп сығара. Уларҙы сүп-сар менән бергә ташлау ерҙең, һыуҙың бысраныуына килтерә, шуға ла зарарлы матдәләрҙе утилләштереүҙә махсус шарттар булдырыу талап ителә. Нияз Фазылов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары: “Республикала йылына 2000 тоннанан ашыу сәнәғәт ҡалдыҡтары эшкәртелә. Федераль оператор ярҙамында хәүефле класслы ҡалдыҡтарҙы үтилләштереүҙә яңы алымдар тәҡдим ителер тип көтәбеҙ. Шуға ла Мәскәү белгестәре менән ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса дөйөм килешеү юлдары буйынса фекер алышабыҙ”.
#нацпроекты
Читайте нас в