-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 11:05

Күрһәткестәр артҡан

РӘСӘЙ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫНАН ХӘБӘР ИТЕҮҘӘРЕНСӘ, БЫЛТЫР СИТ ИЛГӘ СЫҒАРҒАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ РИЗЫҠТАРЫ АРАҺЫНДА МАЙ ПРОДУКТТАРЫ ҘУР ҺОРАУ МЕНӘН ФАЙҘАЛАНҒАН.

2018 ЙЫЛ МЕНӘН САҒЫШТЫРҒАНДА, БЫЛ КҮРҺӘТКЕС 26 ПРОЦЕНТҠА АРТЫП, ДҮРТ МИЛЛИАРД ДОЛЛАРҒА ЕТКӘН, ЙӘҒНИ РӘСӘЙ ЕТЕШТЕРЕҮСЕЛӘРЕ КӨНБАҒЫШ МАЙЫНАН – 2,1 МИЛЛИАРД ДОЛЛАР, ТӨПРӘНӘН – 600 МИЛЛИОН ДОЛЛАР, РАПС МАЙЫНАН –515 МИЛЛИОН ДОЛЛАР, СОЯ МАЙЫНАН 400 МИЛЛИОН ДОЛЛАР КИЛЕМ АЛЫУҒА ӨЛГӘШКӘН. БЕҘҘӘ ЕТЕШТЕРЕЛГӘН МАЙ РИЗЫҠТАРЫН ҠЫТАЙ, ЕВРОПА СОЮЗЫ ИЛДӘРЕ, ТӨРКИӘ, ИРАН ҺӘМ ҮЗБӘКСТАН ТЕЛӘП АЛА. ӘЙТКӘНДӘЙ, БАШҠОРТОСТАНДА ЛА БЫЛ ЙӘҺӘТТӘН ЫҢҒАЙ ХӘЛ КҮҘӘТЕЛӘ. БЫЛТЫРҒЫ 11 АЙ ҺӨҘӨМТӘҺЕ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКАНЫҢ ЭКСПОРТҠА СЫҒАРЫЛҒАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТАУАРҘАРЫНЫҢ 44 ПРОЦЕНТЫ МАЙ РИЗЫҠТАРЫНА ТУРА КИЛГӘН, Ә БИТ 2018 ЙЫЛДА СИТ ИЛГӘ ҺАТҠАН ТӨП ТАУАР ИГЕН БУЛҒАН. ДӨЙӨМ АЛҒАНДА, БЫЛТЫР ТӨБӘК ЭКСПОРТҠА 92,5 МИЛЛИОН ДОЛЛАРҒА ТОРОШЛО АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТАУАРҘАРЫН СИТ ИЛГӘ ОҘАТЫУҒА ӨЛГӘШКӘН. БЫЛ ИЛ ПРЕЗИДЕНТЫ ВЛАДИМИР ПУТИНДЫҢ “МАЙ” УКАЗДАРЫН ҮТӘҮ ЙӘҺӘТЕНӘН ҠАБУЛ ИТЕЛГӘН “ХАЛЫҠ-АРА КООПЕРАЦИЯ ҺӘМ ЭКСПОРТ” МИЛЛИ ПРОЕКТЫН БОЙОМҒА АШЫРЫУҘЫҢ ЫҢҒАЙ ҺӨҘӨМТӘҺЕНЕҢ САҒЫЛЫШЫ.
#нацпроекты
Читайте нас в