Рәсәй президенты Владимир Путин «Федераль башҡарма власть органдарының структураһы тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Беренсе вице-премьер Антон Силуановтың урынын президенттың иҡтисад буйынса ярҙамсыһы булып эшләгән Андрей Белоусов биләне.
Премьер-министр урынбаҫарҙары туғыҙ ҡалды (элек унау ине). Уларҙың алтауһы – яңы кешеләр: Марат Хөснуллин, Виктория Абрамченко, Дмитрий Чернышенко, Алексей Оверчук, Дмитрий Григоренко.Юрий Борисов, Татьяна Голикова, Юрий Трутнев үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалды.
Иҡтисади блок, көс структуралары һәм баш дипломат үҙгәрештәр кисермәне:
сит ил эштәре министры — Сергей Лавров, оборона министры — Сергей Шойгу,
эске эштәр министры — Владимир Колокольцев, энергетика министры — Александр Новак, сәнәғәт һәм сауҙа министры — Денис Мантуров, финанс министры — Антон Силуанов, транспорт министры — Евгений Дитрих,
төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры — Владимир Якушев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы — Евгений Зиничев, тәбиғәт ресурстары һәм экология министры — Дмитрий Кобылкин, Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса министр — Александр Козлов, ауыл хужалығы министры — Дмитрий Патрушев.
Хөкүмәттең социаль блогы тулыһынса яңыртылды.
Вероника Скворцова һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын Михаил Мурашкоға ҡалдырҙы. Яңы мәҙәниәт министры — Ольга Любимова, ул Владимир Медицинскийҙы алмаштырҙы.
Мәғариф министры итеп Сергей Кравцов тәғәйенләнде. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин урынына — Антон Котяков.
Спорт министрлығын Павел Колобков урынына Олег Матыцин етәкләй. Фән министры – Валерий Фальков, ул Михаил Котюковты алмаштырҙы.
Иҡтисади үҫеш министрлығын Максим Орешкин урынына Максим Решетников етәкләй.
Элемтә министры Константин Носков урынына Мәҡсүт Шадаев тәғәйенләнде. Юстиция министры Александр Коновалов урынына Константин Чуйченко тәғәйенләнде.