+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 11:20

Виртуаль концерт залдары эш башлаясаҡ

Республикала быйыл ике виртуаль концерт залы эш башлар тип көтөлә.

Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында әйтелде. Юғары сәнғәт өлгөләрен күрһәтеүҙә махсуслашҡан был яңылыҡ "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашасаҡ.
Республиканың мәғариф министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, быға тиклем республика муниципаль учреждениеларында бындай залдар булмаған. Быйыл Ишембай һәм Сибай сәнғәт мәктәптәрендә асыласаҡ виртуаль залдарҙа Мәскәү дәүләт филармонияһындағы концерттарҙы тура эфирҙа ҡарау мөмкинлеге буласаҡ.
Ултырышта мәҙәниәттән тыш башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды. Республика адреслы инвестиция программаһына ингән объект ҡағиҙәләренә килгәндә, бынан ары дәүләт заказсыһы проекттың күсермәһе менән уртаҡлашырға бурыслы. Ул миллиард ярым һумды тәшкил иткән капиталь төҙөлөш объекттарына ҡағыла.
Республика иҡтисадын үҫтереүгә бәйле һорауҙар киләһе ултырышта ҡараласаҡ. Төп маҡсат – уртаса ил статистикаһы темпынан үтергә тейеш.
#нацпроекты
Читайте нас: