Шул иғтибарға лайыҡ, тиҙҙән Өфө – математика үҙәгенә әйләнәсәк. “Фән” милли проектына ярашлы, Башҡорт дәүләт университетында донъя кимәлендәге математика үҙәге асыу күҙ уңында тотола.
Үҙәктең асылыуы бихисап ҡатмарлы мәсьәләләргә йөҙ менән боролорға булышлыҡ итәсәк. Унда ғилми һәм тикшеренеү программаларын эшләү һәм ҡулланыу, йәш ғалимдарҙы яңы асыштарға әйҙәү, халыҡ-ара фәнни сараларҙы ойоштороу, эшкә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең әйҙәүсе ғалимдарын йәлеп итеү – шуға асыҡ миҫал.
Математика фәндәре кандидаты Айҙар Вәлиуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә мәртәбәле үҙәктең асылыуына ҡыуанысы сикһеҙ, ул өр-яңы асыштарға юл асасаҡ, уның ғилми эштәр менән шөғөлләнеүсе һәм фән юлын һайлаусы йәштәргә ярҙамы ҙур буласаҡ.