+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2020, 17:20

"Демография" милли проекты сиктәрендә

Өфө районының Зубов ауылында быйыл 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк.

Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла.
Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 3800 квадрат метрға тиң. Баҡса айырым урынлашҡан ҡаҙанлыҡтан йылытыла, электр менән ярҙамсы станция тәьмин итә, һыу үҙәкләштерелгән селтәрҙән килә.
Әле объектта биҙәү эштәре тамамланған, техника һәм йыһаз ташыйҙар. Бер үк ваҡытта балалар баҡсаһы биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Бында уйын комплекстары ҡорола.
Төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы.
#нацпроекты
Читайте нас: