Баш ҡалала милли фәнни-тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре һәм белгестәре менән төбәк кәңәшмәһе үтте.
Кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, республика Хөкүмәте Аппаратының социаль сәйәсәт департаменты директоры Зөлфиә Ғарифуллина, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов, республиканың медицина ойошмалары етәкселәре, милли фәнни-тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
Кәңәшмә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға арналды. Белгестәр был йәһәттән тәжрибә уртаҡлашты, яңы файҙалы танышлыҡтар булдырҙы. Һөйләшеү башлыса халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын арттырыуға бәйле булды.
Пленар ултырыш шул иҫәптән видеоконференция форматында ойошторолдо. Илдең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан медицина ғилми тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре видео аша бәйләнешкә сығып үҙ тәжрибәләре тураһында һөйләне.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан белгестәр дауаханаларҙа консультациялар үткәрҙе.