БР “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәте төбәк бүлексәһе начальнигы һәм уйындың баш судьяһы Арсен Зиннәтуллин әйтеүенсә, быға тиклем был уйындар Өфөлә үтеп килгән, быйыл район сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары союзы (“Граница” РОО) рәйесе Ришат Шаймарҙанов инициативаһы һәм район етәкселегенең ярҙамы менән сара беҙҙә үткән.
Йәш армия уйындарын тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, БР “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәте төбәк бүлексәһе начальнигы А.А.Зиннәтуллин, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһе етәксеһе С.М.Йосопов һ.б. ҡатнашты.