+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2020, 17:10

"Бирешмә" - социаль йүнәлештәге проект

"Тамыр" телеканалы быйыл да "БИРЕШМӘ!" үçмерҙәр премияһын тапшырырға булды.

Әгәр ҙә һин үҙ һүҙле, тәүәккәл, ҡыйыу, батыр! Йә һинең дуҫың ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкәндер?! Тимәк, һеҙ - беҙҙең геройҙар!
Премияға 8 йәштән 18 йәшкә саҡлы үҫмер дәғүә итә ала. Ғаризалар 20 февралгә тиклем Бәйләнештә селтәрендә Бирешмә төркөмөндә ҡабул ителә!
Еңеүселәрҙе 2 март «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләйбеҙ!

 Һәр ҡатнашыусыға ла диплом, ә еңеүселәргә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ!
Тулы мәғлүмәтте https://vk.com/bireshma_serial?w=wall-128295139_8990 һылтанмаһы буйынса табырға була.
Белешмә өсөн телефон һандары:
8-917-362-37-55
8-905-355-40-05 (Гөлшат Сәғит ҡыҙы Ғәлиуллина).
Читайте нас: