Таратыу пункттарына һөт, ҡатыҡ, эремсекте әлегә Стәрлетамаҡтан килтерһәләр, тиҙҙән “Һөт кухняһы” продукцияһы урында етештерелә башланасаҡ. Ассортимент аҙнаһына ике тапҡыр яңыртыла. Балалар ризығын шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә таратыу пункттарынан килеп алырға мөмкин.
“Исемлек көн һайын тулыланып, үҙгәреп тора, шуға аныҡ ҡына һандарҙы әйтеп булмай. Оҙаҡламай үҙебеҙҙә фабрика-кухня сафҡа индерелгәс, һөт ризыҡтары Хәйбулла, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм башҡа күрше райондарға оҙатыласаҡ. Комбинат транспорты таратыу пункттарына ташыясаҡ”, - ти “Һөт кухняһы”ның Белореттағы бүлексәһе мөдире Евгений Юхин.