Сара “Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттары паспорттарына спортты үҫтереү маҡсатында индерелгән бурыстарға ярашлы тормошҡа ашырылды.
Ярыштың беренсе көнөндә 11-17 йәштәге үҫмерҙәр стартҡа баҫты. Бәләкәстәр – 4,5, ә өлкәнерәктәр 6 километрға йүгерҙе.
Буранлы-ҡарлы көн йәш спортсылар алдына ҙур һынауҙар ҡуйҙы, шулай ҙа улар һынатманы.
Республика беренселегендә Өфө, Октябрьский, Ишембай, Белорет ҡалаларынан йәш спортсылар ҡатнашты.