+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2020, 17:05

"Инцидент"ҡа 100000 кеше яҙған

Башҡортостанда иҫтәлекле ваҡиға – 100000-се инцидент теркәлгән.

Социаль селтәрҙәге “юбилей” мөрәжәғәте Өфөлә ҡар таҙартыуға бәйле булған. Уның авторы ялыуын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың посты аҫтында ҡалдырған. Мөрәжәғәт итеүсе баш ҡаланың Армавир һәм Зәйнәб Биишева урамын ҡарҙан таҙартыуҙы һораған. Коммуналь хеҙмәттәр был һорауға тиҙ арала яуап бирҙе – ялыу системаға эләгеү менән юлдарҙы таҙартып та ҡуйҙылар. Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов белдереүенсә, ғинуар бөткәнсе был адрестар буйынса тағы техника ебәрелеп, урамдар артабан да таҙартыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Инцидент-менеджмент” – ул “Медиалогия” компанияһы эшләп сығарған социаль селтәрҙәрҙә интернет-ҡулланыусыларҙың комментарийҙарын мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы. Ул Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко командаһы котролендә тотҡан федераль системаның бер өлөшө булып тора.
Башҡортостанда “Инцидент-менеджмент” 2018 йылдың 15 октябренән эшләй башланы. Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе былтыр сентябрҙә (9526), июлдә (9243), октябрҙә (7891) һәм августа (7752) теркәлгән.
Мөрәжәғәттәрҙең тематикаһы ла бик киң. Былтыр халыҡ иң күбе “юлдар” темаһына борсолған – 19069 мөрәжәғәт. Артабан “төҙөкләндереү” (16411) менән “торлаҡ-коммуналь хужалыҡ” (12657) килә. Шулай уҡ “йәмәғәт транспорты” (5006), “экология” (4638), “һаулыҡ һаҡлау” (4039), “белем биреү” (3346) алдынғы урындарҙа.
Райондарға килгәндә, иң күбе Өфөләр яҙа – 26912. Артабан Стәрлетамаҡ (4531),Салауат (3726), Нефтекама (2571), Иглин районы (2190) һәм Сибай ҡалаһы (2088) килә.
“Инцидент-менеджмент” системаһында эшләүгә республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәре һәм башҡарма власть органдары ҡушылған. Системала әүҙем рәүештә 560 муниципаль берәмек аккаунты (район хакимиәттәре башлыҡтары, ҡала һәм райондарҙың рәсми сәхифәләре) менән министрлыҡ һәм ведомстволарҙың 260 аккаунты эшләй.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте янында эш төркөмө булдырылған, уның хеҙмәткәрҙәре куратор функцияһын атҡара. Улар инциденттарға яуапты тикшерә һәм уларҙың үтәлешен контролдә тота.
Эш төркөмө етәксеһе, Башлыҡтың социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, инцидентты барлыҡ проблемалар хәл ителеп бөткән осраҡта ғына ябырға мөмкин. Ә уға тиклем робот халыҡ мөрәжәғәтен күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ. Шулай ҙа етәксе белдереүенсә, иң мөһиме – кешеләр, улар үҙ эшенә намыҫ һәм бөтә йөрәге менән ҡарай.
“Инцидент-менеджмент” республика халҡын борсоған проблемаларға ваҡытында яуап бирергә һәм уларҙы хәл итергә ярҙам итә. Эш төркөмө кураторҙары социаль селтәрҙәрҙән килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлай һәм тикшерә. Шуныһы мөһим, ведомство-ара хеҙмәттәшлек талап иткән ҡатмарлы һәм системалы мәсьәләләр йыш ҡына һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ҡала мөхите, транспорт, төҙөлөш һәм башҡа тематик сәғәттәрҙә ҡарала. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе үткәрә, унда хакимиәт һәм Хөкүмәт ағзалары ҡатнаша.
Читайте нас: