+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2020, 02:00

Милли проекттар - ауыл хужалығында

Илештә туғыҙ райондың ауыл хужалығы тармағы етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында малсылыҡ буйынса төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте.

Унда ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә яҙам итеү, хужалыҡтарҙа тауар етештереүҙе һәм табыш алыуҙы арттырыу буйынса дәүләт программаларын бойомға ашырыу мәсьәләләре тураһында фекер алыштылар.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар "Урожай" хужалығында булды. Бында яңы технология буйынса 1600 башҡа иҫәпләнгән һөт комплексы төҙөлдө. Уның проекты былтыр Башҡортостан Башлығы үткәргән "Инвестиция сәғәте"ндә хупланғайны. Ярты йыл тигәндә комплекс эш башланы. Бындай конструкциялар 35 – 40 процентҡа арзаныраҡҡа төшә. Райондың Куйбышев исемендәге хужалығында ла ошондай технология буйынса 1200 башҡа иҫәпләнгән комплекс төҙөргә йыйыналар.
"Урожай"ҙа заманса һауыу залы эшләй башланы. Бында Израилдән килтерелгән донъяла иң яҡшы һаналған “Afimilk” ҡоролмаһы урынлаштырылған, 479,1 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Хужалыҡ етәксеһе Айҙар Мөхәрләмов әйтеүенсә, 2020 йылда 400 башҡа иҫәпләнгән һыйырҙар корпусын һәм 800 башҡа иҫәпләнгән быҙауҙар корпусын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бында 13,3 мең тонна һөт (көнөнә 36,5 тонна) етештерергә ниәтләйҙәр.
Әйткәндәй, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала - “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
#нацпроекты
Читайте нас: