-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 02:45

"Йәшел аҙна" һөҙөмтәләре

Берлинда 17 ғинуарҙан 26-на тиклем үткән “Йәшел аҙна” 85-се халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкә эше тамамланды. Унда илдең 18 төбәге ҡатнашты. Шул иҫәптән Башҡортостан да үҙ экспозицияһын тәҡдим итте.

Республика делегацияһына Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселек итте. Иң яҡшы тауарҙарын “Башҡортостан тауары”, “Пышка”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Рус игене”, “Турбаҫлы бройлейҙары”, “Башспирт”, “Бәләбәй һөт комбинаты”, “Ҡарлыман һөтө”, “Подкова”, “Башҡорт ҡаҙы”, “Башҡортостан үләндәре” һәм башҡа компаниялар тәҡдим итте. Беҙҙең өҫтәлдә киң ассортиментта кондитер ризыҡтары, бал, сыр, ҡуйыртылған һөт, ит һәм ит ризыҡтары, үлән сәйҙәре ҡуйылды. Предприятие вәкилдәре гастроном сараларында һәм дегустацияларҙа булды, күргәҙмәләрҙе ҡараны, ултырыштарҙа ҡатнашты. Сара сиктәрендә Башҡортостан вәкилдәре фермер хужалыҡтарында, орлоҡ етештереү компанияларында һәм башҡа ҡыҙыҡлы ерҙәрҙә булды. Белгестәр Гумбольдт исемендәге университетта 40 сәғәт дауамындағы курста уҡып, белемен камиллаштырҙы.
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә мәлендә Илшат Фәзрахманов форумдың эшлекле программаһы тураһында һөйләне. Ул Австрияның ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм буйынса федераль министры Элизабет Кестингер менән осрашҡан. Яҡтар ауыл һәм урман хужалығы, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килешкән.
Шулай уҡ беҙҙең республика вәкилдәре сит ил инвесторҙары – Штефан Дюрр һәм Алекс Бонгрэн менән осрашҡан һәм артабан Башҡортостанда бизнестарын үҫтереү юлдары тураһында һөйләшкән. Мәҫәлән, Дюррҙың “ЭкоНива” агрохолдингы Бәләбәй, Йәрмәкәй һәм Бишбүләк райондарында 11,5 мең баш һыйырлыҡ һөт комплекстары төҙөй, ә Бонгрэн “Бәләбәй һөт комбинаты” хужаһы булып тора. Киләһе йылда бында Рәсәй һәм Европала булған иң эре һөт заводы эш башларға тейеш.
Рәсәй етештереүселәренең Берлиндағы ҙур күргәҙмәлә ҡатнашыуы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ла ярҙам итәсәк.
#нацпроекты
Читайте нас в