-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 18:30

Балаларҙың йәйге ялы

Быйыл 1 ғинуарҙан тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларҙың айырым категорияларының ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу вәкәләттәре урындағы үҙидара органдарына тапшырылды.

Башҡортостанда ҡала ситендәге стационар лагерҙарға түләүһеҙ юллама алыу өсөн йәшәгән урын буйынса балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнгән муниципаль органға (мәғариф бүлегенә) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Юллама алыу өсөн тапшырылырға тейешле документтар:
– паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ;
– баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы;
– 14 йәшкә еткән баланың паспорты;
– баланы уллыҡҡа, опекаға, попечителлекә, ғаиләгә тәрбиәгә алған осраҡта, ошо туралағы документтар;
– ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индерелеүе тураһындағы белешмә ҡағыҙы;
– вәкәләттәре ышаныс ҡағыҙы менән билдәләнгән кеше өсөн – ҡануниәткә ярашлы тултырылған ышаныс ҡағыҙы;
– шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ.
Читайте нас: