-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 03:35

Республикала 4 онкология үҙәге асыла

Быйыл республикала дүрт онкология үҙәге асыласаҡ. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

- Әле Өфөнөң 13-сө дауаханаһында, Күмертауҙа, Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа үҙәктәр эшләй. Онкология диспансерында палаталы поликлиника корпусы файҙаланыуға тапшырыла, - тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры.
Максим Забелиндың һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә яман шеш ауырыуҙарын диагностикалау аппаратураларының 60-70 проценты – иҫке. Был база яйлап яңыртыла. Республика компетентлы кадрҙарға ла мохтаж, бөгөн 120 онколог етешмәй. Быйыл 30 белгестең килеүе көтөлә.
Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау осраҡтары арта.
«Бөгөн республикала йәшәүселәр йышыраҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфалана. Онкологияны асыҡлауҙың алға барышын иҫәпкә алып, тиҙҙән тап ошо ауырыуҙар беренсе урынға сығыр, - тине республика онкология диспансерының баш табибы. - 2019 йыл йомғаҡтары буйынса, тикшереү үткән пациенттарҙың 56,5 процентында беренсе һәм икенсе стадиялағы яман шеш табылған».
Белгестәр онкологик сирҙәргә килтергән сәбәптәр араһында элеккесә экологияның бик насар хәлдә булыуын, кешенең туҡланыуын билдәләй. Яман шеш сирҙәре бигерәк тә алама ғәҙәттәре (тәмәке тартыу һәм алкоголь ҡулланыу) булғандарҙа йышыраҡ осрай.
Әйткәндәй, быйыл дүртенсе кварталда Стәрлетамаҡта яман шеш ауырыуҙарын диагностикалау үҙәге асыу ҙа күҙ уңында тотола. Был үҙәктә йылына өс меңгә яҡын кеше тикшереү үтә аласаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: