Был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса пилот проектына ингән. Методиканы һанап ҡарау өсөн илдең 15 ҡурсаулығы һәм милли паркы һайлап алынған.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн күрһәтмә эшләп сығарылған. Уның төп принцибы – “килтергәс – үҙең менән алып кит!”. Бында ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм уларҙы эшкәртеү алгоритмдары инә, “ноль ҡалдыҡ” принцибы индерелә һәм халыҡтың экологик яуаплылығын формалаштырыу ҡарала.
Беҙҙең “Башҡортостан” милли паркының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу тәжрибәһе бар ине. Былтыр июлдә Нөгөш һыуһаҡлағысы ярындағы туристик туҡталҡаларҙа “ҡоро” ҡалдыҡтар өсөн 20 сеткалы металлик контейнер ҡуйылғайны. Уларҙың һәр береһе өс кубометр икенсел сеймалға иҫәпләнгән. Пластик, быяла һәм алюминий туристик миҙгел тамамланғансы “Эко-Сити” сүп-сарҙы сортҡа бүлеүсе комплексҡа сығарылды һәм артабан эшкәртеүгә ебәрелде. Ә аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары һәм башҡа эшкәртеүгә яраҡһыҙ сүп-сар өсөн ғәҙәти контейнерҙар урынлаштырылды.
– Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса беренсе тәжрибәне ыңғай тип иҫәпләйбеҙ. Ошоноң арҡаһында беҙ ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн түләүҙә 20-25 процент аҡса экономияланыҡ, – тине парк директоры Владимир Кузнецов. – Төбәк операторы беҙгә контейнерҙар бирҙе, икенсел сеймалды сығарыуҙы ойошторҙо. Беҙ беләбеҙ: сортҡа бүленгән сүп-сар заводҡа эләгә, аҙаҡ эшкәртеүгә китә, ә сүплеккә ташланып ҡуймай. Әле милли паркта иҫкәрмәләр, буклеттар, табличкалар әҙерләйбеҙ, уларҙа ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса кәңәштәр индерелгән. Милли парк етәкселеге ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға Нөгөштә эшләгән барлыҡ туристик базаларҙы йәлеп итергә, махсус контейнерҙарҙы ауылдар тирәһенә лә ҡуйырға планлаштыра.
“Беҙҙең илдә оҙаҡ йылдар ҡалдыҡтар проблемаһына тейешле иғтибар бирелмәне. Ниһайәт, “Экология” милли проектына ярашлы был хәл үҙгәрә, киләсәктә юғары кимәлдә алып барыласаҡ. Был йәһәттән яңы комплекстар булдырыу яңы эш урындары асыу мөмкинлеге, экологик сәнәғәтте үҫтереүгә этәргес бирәсәк”, – ти тармаҡ белгестәре.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты шундай бүлексәләрҙән тора: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”.
Тотош Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған.