+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2020, 19:10

Борай ауылында яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде

Социаль объект «Демография» милли проекты һәм Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы буйынса иҫке бина урынына төҙөлә.

Ошо маҡсатта федераль һәм республика бюджетынан 98 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Яңы балалар баҡсаһы сиратта тороусы сабыйҙарҙы тулыһынса ҡабул итә ала.
2018 йылға тиклем был биләмәлә 2-се балалар баҡсаһы эшләгән. Әммә ул иҫкерә, һыуыҡ бүлмәләрҙә балалар йыш ауырый башлай. Авария хәлендәге бәләкәй иҫке бинаны һүтеп, бер йыл элек урынына иркен балалар баҡсаһы төҙөлә башлай. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 37, республика ҡаҙнаһынан яҡынса 61 млн һум аҡса йәлеп ителә. Яңы социаль объекттың сафҡа инеүе ауыл халҡын өҫтәмә эш урындары менән дә тәьмин итә. Мәктәпкәсә учреждениеһы киләһе аҙнанан балаларҙы ҡабул итергә әҙер, ти «Йәйғор» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе
Балалар баҡсаһының дөйөм майҙаны 1400 квадрат метр. Ике ҡатлы баҡсала музыка бүлмәһе, айырым ашхана, методик кабинеттар, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баҫҡыстар пандус менән йыһазландырыла, коридорҙарға тактиль һыҙаттар һыҙыла
Быға тиклем район үҙәгендә 95 сабый балалар баҡсаһына юллама алыуға сиратта торһа, Борай районы хакимиәте башлығы әйтеүенсә, яңы балалар баҡсаһы асылыуы сират мәсьәләһен хәл итә.
Йәмғеһе Борай ауылында 3 балалар баҡсаһы, бер башланғыс белем биреү мәктәбе эшләп килә. Мәктәпкәсә мәғариф хеҙмәте менән 1 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге меңдән ашыу бала файҙалана. Киләсәктә Борай ауылында ҙур белем усағын төҙөү ҙә күҙаллана.
#нацпроекты
Читайте нас: