+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2020, 19:05

Былтыр Башҡортостан бюджетына 54 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән

Был 2019 йылға ҡарағанда, 2 миллиард һумға күберәк.

Был күрһәткестәрҙе Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров иғлан итте. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта депутаттар етәкселегендә алып барған эшмәкәрлек йомғаҡтары, милли проекттар һәм сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәләрен үҫтереү, демографик хәлде яҡшыртыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға финанстар йәлеп итеү буйынса эшсе төркөмдәрҙең эш һөҙөмтәләре барланды.
Төбәк башлығы фекеренсә, ирешелгән күрһәткестәр республикала йыйылған проблемаларҙы хәл итеү булһа ла, был ғына әҙ. Мәғлүм булыуынса, федераль бюджеттан кире ҡайтарыу талап ителмәгән аҡса буйынса Башҡортостан илдә 10-сы, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.
#нацпроекты
Читайте нас: