+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2020, 17:20

Красноусолда “Олимп” спорт клубы асылды

Бөгөн Красноусолдағы 2-се мәктәптә “Олимп” балалар спорт клубын асыу тантанаһы үтте.

Сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, “Башҡортостан Республикаһы дзюдо федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Владимир Кузнецов, ойошманың вице-премьеры Владимир Чудинов ҡатнашты. Фәнзил Фәйез улы тәүге һүҙ менән сығыш яһап, клубтың 75 йәш спортсыһына уңыштар теләне, федерация вәкилдәренә ярҙамдары өсөн, “Олимп” дзюдо клубы директоры Анастасия Маркисоваға клуб асыуҙа тырышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ район башлығы клубты асыуҙа ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуар Зөһрә Хәлимоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Федерация президенты В.Кузнецов Красноусолда дзюдо спортын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Ф.Сыңғыҙовты федерацияның Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Сара һуңында “Динамо тигрҙары” дзюдо-самбо клубы (Өфө ҡалаһы) тәрбиәләнеүселәре оҫталыҡтарын күрһәтте.
Читайте нас: