+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2020, 19:25

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы

20 майға тиклем республика юлдарында бер меңдән ашыу фотовидеотеркәү камераһы урынлаштырыласаҡ. Был хаҡта республиканың баш автоинспектры Динар Ғилметдинов белдерҙе.

Йыл башынан республикала өҫтәмә 62 фото-видеотеркәү комплексы эшләй башланы. Уларҙың 32-һе cветофорҙар менән көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүелендә. Яҡшы оптикалы камералар автомобиль номерын асыҡ күрһәтә һәм ҡағиҙә боҙоуҙы теркәй. Бер сәғәт тигәндә был фотоһүрәт һәм видеояҙмалар Юл хәрәкәтте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының мәғлүмәтте атоматик теркәү һәм эшкәртеү үҙәгенә йүнәлтелә. Протокол бер тәүлек эсендә автомобиль хужаһына штраф түләү өсөн ебәрелә. Йәйәүлене юл аша үткәрмәгән өсөн штраф мең ярым һумға етә.

Фотовидеокүҙәтеү комплекстары ҡуйыу үлем осрағын кәметергә булышлыҡ итә. Республикала әлеге ваҡытта 500 комплекс эшләй. Әммә төбәктә тағы 121 урында юл-транспорт фажиғәһе күпләп теркәлә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 2024 йылға был һан өс тапҡырға кәмейәсәк тип көтөлә.

#ВладимирПутин

Читайте нас: