+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2020, 02:05

Моделле китапханалар төҙөлә

Моделле китапханалар төҙөүгә конкурс нигеҙендә һайлап алыу өсөн 23 марттан 9 апрелгә тиклем ғаризалар ҡабул ителә.

Заманса моделле китапханалар төҙөү Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда үткән йылғы конкурста ҡатнашыу һөҙөмтәһе буйынса, Благовар, Дүртөйлө, Туймазы райондарында өс моделле китапхана төҙөләсәк. Бының өсөн федераль бюджеттан 20 миллион һум аҡса бүленә.
Заманса моделле китапханалар интернет селтәре хеҙмәтенән файҙаланыу, "Милли электрон китапхана"ға инеү мөмкинлеге бирә. Китапханалар шулай уҡ элеккесә мәҙәни-ял итеү үҙәге булып ҡала, унда түңәрәктәр, секциялар эшләй, лекцияләр һәм осрашыуҙар үткәреләсәк. 2024 йылға тиклем республикала заманса типтағы 20 китапхана булдырыу планлаштырыла.
#нацпроекты
Читайте нас: