Былар – Стәрлетамаҡ, бөрө, Раевка ҡалалары, Бишбүләк, Иглин, Кушнаренко, Юғары Ҡыйғы, Саҡмағош, Шишмә райондары үҙәктәре. Шулай уҡ Благовар, Мәсетле, Өфө, Хәйбулла, Баймаҡ, Благовещен, Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарының ҡайһы бер ауылдары. Уларҙа һыу менән тәьмин итеү системаларын проектлау һәм төҙөү ил Президенты В.Путиндың май указдары менән билдәләнгән “Экология” дәүләт проектының “Таҙа һыу” программаһына ярашлы финанслана. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2019-2024 йылдарҙа 4,25 млрд һум резервланған, шуның 4,16 млрд һумы – федераль бюджет аҡсалары. Республкиа проекттың 2 процентын – 85 млн һум күләмендә финанслай.
Күрһәтелгән пункттарҙан тыш, биш тораҡ пунктта 2020-2022 йылдарҙа төбәк бюджеты сараларына Мишкәлә, Туймазының Бишенде ауылында, Аҡъярҙа, Өфөнөң Киров һәм Калинин райондарында һыу менән тәьмин итеү системаларын төҙөү планлаштырылған.