Федераль Йыйылыштың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, белем биреү тураһындағы ҡанунға башланғыс класс уҡыусыларын көнөнә бер тапҡыр йылы аш менән тәьмин итеү тураһындағы пункт индерелә.
Сығымдар федераль, төбәк һәм урындағы ҡаҙнанан бүленә. Рәсәй төбәктәренең федераль бюджеттан субсидия алыу мөмкинлеге лә ҡарала. Өсөнсө төҙәтмә яңы системаға күсеүҙең ваҡытына бәйле. Рәсәй Президенты уны бер нисә этапта башҡарырға ҡушты.
Бөгөн Башҡортостанда 1-4-се кластарҙа 220 меңдән ашыу бала белем ала. Үткән йылда инвалид, мөмкинлеге сикләнгән, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 41 меңдән ашыу бала мәктәптә бушлай туҡланған. 2021 йылда 221 меңдән ашыу уҡыусы социаль ярҙам алыр тип көтөлә.