+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 16:15

Өфөлә - “Үҙебеҙҙә!” студенттар форумы

Өфөлә "Торатау" конгресс-холында барған "Үҙебеҙҙә!" студенттар форумында Рәсәй төбәктәрендә белем алған йәштәр ҡатнаша.

Форумда Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙан, шулай уҡ сит илдәрҙән 900-ләгән студент ҡатнаша. Форумдың "Үҙебеҙҙә" тип аталыуы ла осраҡлы түгелдер. Республика Башлығы Радий Хәбиров республикаға эшкә ҡайтҡас уның өндәмәләренең береһе "Үҙебеҙҙә эшләү бәхет" тип аталды. Ысынлап та, студенттар Башҡортостанға ҡайтырға теләй, тик бының өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Шуларҙың иң мөһимдәре лайыҡлы эш хаҡы һәм уңайлы эш урындары. Республика Башлығы Радий Хәбиров Интернеттағы сәхифәһендә студенттарға мөрәжәғәт итеп "Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!" тип белдерҙе.
Читайте нас: