Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығы билдәләнгән йылда яҙыусының тормошона һәм ижадына бағышланған саралар уҙғарыу күҙаллана. Конференцияла шағирҙың Татарстанда һаҡланған архивын республикаға ҡайтарыу, Мәжит Ғафури исемендәге дәүләт премияһы булдырыу, китаптарын сығарыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.