+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 15:45

«Урал батыр уты» этник мәҙәниәт марафоны үтә

Башҡортостан райондарында һәм башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник башҡорт мәҙәниәте төбәк-ара марафоны башланды.

Проекттың инициаторы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Марафон йыл буйына бара. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы марафонды әҙерләү һәм үткәреү буйынса саралар планын әҙерләне. Уға профессиональ мәҙәниәт учреждениеларының гастролдәре, художестволы үҙешмәкәрлек саралары индерелде. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә марафонды ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Марафон ғинуарҙа Бөрйән районында асылды.
«6 мартта «Урал батыр уты» Һамарға килә, ә 10 мартта Балаҡатай районына күсә», — тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: