+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2020, 02:40

Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Үҙгәрештәр кодекстың “Ата-әсәнең балаларға өҫтәмә сығымдарҙа ҡатнашыуы” тигән 86-сы статьяһына индерелә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, бынан ары суд никах тарҡатылғандан һуң баланан айырым йәшәгән атаны йәки әсәне сабыйын йәшәү өсөн ҡулай торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сығымды түләүгә йәлеп итергә хоҡуҡлы. Был яңылыҡ бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелә.
Әйткәндәй, Ғаилә кодексында әлегә тиклем дә айырылышҡандан һуң айырым йәшәгән ата-әсәне, алименттан тыш, балаға өҫтәмә сығымдарҙы түләүгә йәлеп итеү ҡаралғайны. Тик улар баланың һаулығына бәйле ине.
Читайте нас: