-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 19:10

Башҡортостан юлдарында 115 камера урынлаштырылды

Башҡортостандың 16 ҡала-районы юлдарында йәнә 115 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Стәрлетамаҡ (19), Нефтекама (6), Әлшәй (6), Архангел (3), Баҡалы (7), Бәләбәй (6), Белорет (11), Бишбүләк (8), Бүздәк (3), Дәүләкән (4), Иглин (11), Кушнаренко (6), Миәкә (7), Стәрлетамаҡ (1), Федоровка (9), Шаран (8) райондары юлдарында тиҙлек режимын боҙоуҙы теркәгән камералар барлыҡҡа килде.
1 майға тиклем бөтәһе 62 муниципалитетта 609 камера ҡуйыла. Шуларҙың 150-һе яңы йылға хәтлем үк урынлаштырылды. Комплекстарҙы монтажлау һәм хеҙмәтләндереү өсөн дәүләт контрактын, уны 1,75 миллиард һумға — башланғыс хаҡынан 26% түбәнерәккә үтәргә тәҡдим итеп, «Башинформсвязь» компанияһы алды. Биш йыллыҡ ҡуртым ваҡыты үткәс, комплекстар республика милкенә тапшырыла.
#нацпроекты
Читайте нас в