-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2020, 19:00

Эшҡыуарлыҡ оҫталығын үҫтереү лагеры ойоштороласаҡ

Өфөләге “Йылға таңдары” шифахана-профилакторийы нигеҙендә эшҡыуарлыҡ оҫталығын үҫтереү буйынса йәштәр лагерын ойоштороу күҙаллана.

Ошо көндәрҙә был етди мәсьәлә республика Хөкүмәтендәге ултырышта тикшерелде. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин халыҡ-ара лагерҙы ойоштороу концепцияһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, хәҙерге йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ, финанс ғилеме, тележурналистика, блогерлыҡ нигеҙҙәре, шулай уҡ театр һәм телмәр сәнғәте, эшлеклелек этикеты кеүек темалар ҡыҙыҡһындыра, шуға күрә был проект сиктәрендә тап улар тәҡдим ителәсәк.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе ярҙамсыһы Иван Абрамов, лагерь уҡыусыларға һөнәр һайларға, эшҡыуарлыҡ һәләттәрен үҫтерергә, ысын эшҡыуарҙарҙың, уҡытыусы-практиктарҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, алған белемде файҙаланып, тәүге һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара лагерҙы ойоштороу буйынса “юл картаһы” төҙөргә ҡарар ителде.
Был эш Башҡортостанда “Мәғариф” һәм “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” милли проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#нацпроекты
Читайте нас: