+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2020, 16:30

Милли проект сиктәрендә - балалар поликлиникаһы

Стәрлетамаҡтағы 3-сө ҡала дауаханаһының балалар бүлексәһе ремонттан һуң эш башланы.

Был ил Президентының май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контурҙы булдырыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Бүлексәне тантаналы асыу сараһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫарҙары Ирина Кононова һәм Игорь Засядкин, шулай уҡ ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Дауахананың хеҙмәткәрҙәре һәм бәләкәй пациенттар белдереүенсә, медицина ойошмаһында ҙур эш атҡарылған: тәҙрә блоктары, йылытыу, һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары алмаштырылған, электр үткәргестәр тулыһынса яңыртылып, монтажлау эштәре атҡарылған. Балалар бүлексәһендә интерьер йәнле, үҙенсәлекле, бәләкәй пациенттарҙы сәләмәтләндереү өсөн дәртләндерерлек килеп сыҡҡан, тип белдерә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы эш шарттары булдырылған, участка педиатрҙарының компьютерҙары алмаштырылған һәм башҡа эштәр атҡарылған. Әйткәндәй, поликлиникаға бөтәһе 8900 бала беркетелгән, бар педиатрия участкалары ла табиптар, фельдшерҙар һәм башҡа белгестәр менән тәьмин ителгән.
#нацпроекты
Читайте нас: