Башҡортостан Хөкүмәтенең төҙөлөш блогы 31 мартҡа тиклем быйыл сафҡа индереләсәк йорттарҙың һуңғы графигын тәҡдим итергә тейеш. Республика етәксеһе "Төҙөлөш сәғәте" форматындағы кәңәшмәлә шундай бурыс ҡуйҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, атап үтелгән датанан һуң ваҡытты кисектереү булмаясаҡ. Йыл аҙағына тиклем төбәктә социаль әһәмиәттәге 47 объект файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Шуларҙың береһе - Өфө районы "Яңы Булгаков" торлаҡ комплексындағы ике йорт март аҙағында әҙер буласаҡ. Был объекттарҙың 27-е - "Мәғариф" милли проекты буйынса төҙөлә. 4 объект - "Мәҙәни мөхит" төбәк проекты сиктәрендә төҙөлһә, 12 спорт объекты төҙөү күҙаллана.
Бынан тыш, баш ҡаланың Менделеев урамында төҙөлмәй торған "Меркурий" йортонда ла эштәр башланған. Ултырышта шулай уҡ йорттар төҙөгәндә мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе закондарҙағы үҙгәрештәр тураһында ла һүҙ барҙы.