+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 11:05

Өфө урамдарында - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙарының фотоһүрәттәре

Өфө урамдарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙарының фотоһүрәттәре ҡуйылды.

Театр Өфө хакимиәте менән берлектә Башҡорт театрының бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы яңы проектты башлап ебәрҙе.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары реклама таҡталарында Башҡорт драма театрының күренекле актерҙарының фотоһүрәттәрен күрергә мөмкин. Улар – Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Алмас Әмиров, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты Олге Ханов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимова, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев, шау-шыу тыуҙырған «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә төп ролде башҡарыусы Илгизә Ғилманова.
Читайте нас: