+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 11:55

Путин йәш ғалимдарҙы бүләкләне

Рәсәй Президенты йәш ғалимдарға фән һәм инновациялар өлкәһендәге йыллыҡ премияларҙы тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Кремлдең сайтында хәбәр ителеүенсә, 2019 йылға лауреаттар араһында МДУ-ның психология факультетындағы белем биреү психологияһы һәм педагогика кафедраһы мөдире Александр Веракса бар. Награданы ул “мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың когнитив үҫешен лонгитюд кросс-мәҙәни йәһәттән тикшергән өсөн” алды. Премияға шулай уҡ ИТМО Милли тикшеренеү университетының баш ғилми хеҙмәткәре, физика-математика фәндәре докторы Сергей Макаров һәм Волга буйы медицина тикшеренеү университетының эксперименталь онкология һәм биомедицина технологиялары институты директоры урынбаҫары, биология фәндәре кандидаты Марина Ширманова лайыҡ булды.
#ВладимирПутин
Читайте нас: