-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 12:25

Ветерандарға - түләүҙәр

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалидтарға, вафат булған ветерандарҙың тол ҡатындарына һәм тол ирҙәренә, концлагерь, төрмә, гетто тотҡондарына бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Рәсәй президенты Владимир Путин ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы.

Икенсе донъя һуғышы осоронда элекке бәлиғ булмаған концлагерь, гетто тотҡондарына, Финляндия менән һуғышта, Бөйөк Ватан һуғышында, Япония менән һуғышта һәләк булған хәрбиҙәрҙең тол ҡатындарына (тол ирҙәренә), Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусыларының тол ҡатындарына (ирҙәренә) 75 мең һум аҡса түләргә, тиелә документта.
Элекке бәлиғ булған нацист концлагерҙары, төрмә һәм гетто тотҡондарына 50 мең һум аҡса бирелә.
Дәүләт башлығы хөкүмәткә 2020 йылдың апрель-май айҙарында аҡса түләүҙе тамамларға ҡушты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: