+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 11:05

Декрет ялында - яңы һөнәр

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Унда әсәләрҙең һөнәри квалификацияһын күтәреү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
Һүҙ декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программа хаҡында бара, унда рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҡатнаша ала.
Ултырышта әсәләргә һөнәри белем биреү эшен ойоштороусы юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға (дәүләт һәм муниципаль учреждениеларынан тыш) республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе раҫланды.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был сара ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы ойошторола. Декрет ялындағы ҡатындарға һөнәри белем биреүҙең маҡсаты – уларҙың квалификацияһын күтәреү, теоретик һәм практик белемен, оҫталығын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлек буйынса өр-яңы техниканы, технологияларҙы өйрәтеү, ғәмәлдәге квалификацияға ярашлы эш таба алмауға бәйле һөнәрҙе, специальносты, мәшғүллекте үҙгәртеү.
– Әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү, белем тураһындағы сертификаттар тапшырыу, эш биреүселәрҙе субсидиялау кеүек ғәмәлдәр мәшғүллек үҙәктәре йүнәлешендә башҡарыласаҡ. 2019 йылда төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә декрет ялында булған 545 ҡатын белем алған, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
#нацпроекты
Читайте нас: