-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 11:25

Республика инженер лицей-интернатында «Һанлы дәрес» үтте

«Шәхси ярҙамсы» Яндекс компанияһы әҙерләгән ай-ти проекттың мөмкинлектәре менән уҡыусылар ғәмәлдә танышты.

Ысынлап та, хәҙер заман үҫмерҙәрен телефонһыҙ, планшетһыҙ һәм ай-ти мәғлүмәтһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Хәҙерге заман балалары утыҙ секунд эсендә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәткә эйә була ала. Том-том китаптар аҡтарып ултырыу артҡа сигенә.
«Һанлы дәрес» проекты бөтә ил буйынса тормошҡа ашырыла. Буласаҡ инженерҙарға шәхсән ярҙамсы менән заманса дәрестәр күнекмәһе Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы һәм Яндекс компанияһы менән берлектә ойошторолдо.
«Яндекс» ярҙамсыһы Алиса уҡыусыларҙың рус телендә һөйләүен 95 % тиклем аңлай. Төрлө һорауҙарҙы эшкәртеп, шунда уҡ төплө яуап бирә. Был программаны эшләгәндә техник белгестәрҙән тыш, математик, физик, химик, биолог һәм лингвистарҙан торған ҙур команда ҡатнашҡан.
«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә киләсәктә 11 предмет һәм 40 дисциплинаны һанлаштырыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта төбәктә һанлы белем бирә торған 63 мәктәп иҫәпләнә. 2022 йылға улар меңгә еткереләсәк.
Айбулат Хажин, Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры: “Бөгөнгө дәрес беҙҙең уҡыусыларға методик ярҙам биреү маҡсатын ҡуя. Башланғыстан сығарылыш синыфтарға тиклем уҡытыу эшендә электрон белем биреү контентын ҡулланыу даирәһен киңәйтеү киләсәктә бөтә предметтарҙы ла һанлаштырыу беҙҙең алда торған ҙур һәм мөһим эш. Был проектты ни тиклем тиҙләтһәк, белем биреүҙә шул тиклем уңыштарға ирешәсәкбеҙ”.
Һанлаштырыу - мәғариф системаһында киң ҡоласлы проект. Ул бөтә предметтарға ла ҡағыла. «Һанлы дәрестәрҙә» иң мөһиме -йөкмәтке.
Дмитрий Растворов, IT белем биреү башланғыстарын үҫтереү буйынса директор: “Беҙ утыҙҙан ашыу проектты тормошҡа ашырабыҙ. Мәғариф системаһы менән дә күптән эшләйбеҙ. Яндекс - лицей һәм һанлы дәрес-мәғариф инициативаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла”.
Персональ ярҙамсы менән ғәҙәти булмаған дәрес уҡыусыларҙы ҡыҙыҡлы ай-ти донъя менән таныштыра. Тауыш ярҙамында эшләргә өйрәтә, уҡыусыларҙы артабан төплө белем алырға ылыҡтыра. Һанлы дәрес проекты шулай уҡ профориентацияны ла үҙ эсенә ала һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт технологияларына таянып донъяуи фәндәр менән таныштыра.
#нацпроекты
Читайте нас: