Бөгөн уның тыуыуына 88 йыл тула.
Ижады торғонлоҡ йылдарына тура килгән әҙип, вафатынан һуң ғына танылыу алды. Рәми Ғариповтың тыуған көнө айҡанлы, бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Февраль. Буран” спектаклен күрһәтә.
Шағир - бер тамсыһы икән үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир - шаңдағы ул заманының,
Һәм көсө лә уның халҡында.