+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2020, 03:40

Салауат ҡалаһында балалар поликлиникаһы асылды

Салауат ҡалаһында капиталь ремонттан һуң балалар поликлиникаһы асылды.

Бының хаҡта республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Тәүлегенә 500-гә яҡын кешене ҡабул итеүсе дауахана ҡалалағы 30 меңгә яҡын баланы хеҙмәтләндерә.1991 йылда файҙаланыуға индерелгән бинала быға тиклем косметик ремонт ҡына эшләнгән булған. Капиталь ремонтҡа 2018 йылда 41 миллион һум аҡса бүленгән. Ишектәр, лифт ҡорамалы, ҡыйыҡ япмаһы алмаштырылған, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү, һауа алмаштырыу системалары йүнәтелгән. Бар бүлмәләр санитар талаптарға яуап бирә. Шулай уҡ поликлиника тейешле медицина ҡорамалдары, компьютер техникалары һәм мебель менән йыһазландырылған.
Читайте нас: