-4 °С
Болотло
Уҡыу йорто базаһында ветеринарҙар әҙерләү өсөн уҡыу үҙәге төҙөү планлаштырыла. Был үҙенә күрә бәләкәй ферма буласаҡ, студенттар практик белем аласаҡ. Унда 200 баш инә сусҡа, шулай уҡ һыйыр малдары үрсетеү күҙаллана.
Аксенов агроколледжында агрономия, ветеринария, ҡортсолоҡ, иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, етештереү технологияһы һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һөнәрҙәре буйынса белем бирелә. Шулай уҡ иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы-кондитер, тракторсы-машинист кеүек эшсе һөнәр эйәләре лә әҙерләнә.