Үҙмәшғүлдәрҙең эш биреүсеһе һәм ялланма эшселәре юҡ, йәғни улар – шәхси хеҙмәт эшмәкәрлегенән килем алған граждандар. Законда бындай граждандарҙың һөнәрҙәр исемлеге яҙылмаған. Ҡағиҙә булараҡ, улар – фрилансерҙар, репетиторҙар, бала ҡараусылар, ауырыу ҡараусылар, фотографтар, блогерҙар, өй кондитерҙары, водителдәр, репетиторҙар һәм торлаҡты ҡуртымға биреүселәр. Үҙмәшғүлдәр өсөн профессиональ һалым 2019 йылда индерелде һәм ул 10 йыл һуҙымында дауам итәсәк. Был өҫтәмә һалым түгел, ә яңы һалым режимы. Уға күсеү ирекле. Һалымдың был төрөнә күсмәгәндәр һалымды ғәҙәттәге һалым системалары аша түләй. Үҙмәшғүлдәр өсөн һалым системаһына күскән физик шәхестәр һәм эшҡыуарҙар үҙ аллы эшмәкәрлектәренән 4 йәки 6 процент ташламалы ставка менән түләй ала. Күптәр өсөн үҙмәшғүллек статусы – һәйбәт башланғыс, был шулай уҡ ҡануниәт майҙансығына сығыу, легаль килем алыу һәм яҡшы кредит тарихына эйә булыу форсаты ла бирә.