+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 02:25

Социаль контракттарға бер миллион һумдан ашыу

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты нигеҙендә өс йылда республикаға социаль контракттар төҙөүҙә бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Аҙ тәьмин ителгән граждандарға, контракт маҡсаттарына ҡарап, 15 меңдән 100 мең һумға тиклем аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотҡан проекттың төп маҡсаты – халыҡты социаль яҡлау, уларҙың матди хәлен яҡшыртыу.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, проект тормошҡа ашырыла башлаған осорҙан алып 6,5 меңдән ашыу кеше (нигеҙҙә, ишле ғаиләләр) социаль контракт төҙөгән, шуларҙың 98 проценты алған аҡсаны шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә тотонған, ике проценты – үҙ эшен асыуға, бер проценттан аҙырағы иһә һөнәри белем алыуға йүнәлткән.
Киләһе өс йылда бындай социаль ярҙам мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтеү ҡарала. Әйткәндәй, Башҡортостан социаль контракттарҙың федераль системаһы һыналасаҡ 21 төбәк иҫәбенә инде.
– Федераль контракт буйынса алынған аҡсаны эш эҙләү, һөнәри белем алыу, шәхси эшмәкәрлек һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн, шулай уҡ ҡайһы бер ауыр хәлдәрҙә, мәҫәлән, эскесе ата-әсәне дауалау, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү маҡсатында файҙаланырға мөмкин буласаҡ, – тине Ленара Иванова.
#нацпроекты
Читайте нас: